100%

Өмөт. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Өмөт
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Өмөт*


Йәнгә рәхәт, дуҫ-иштәрең бер хат яҙһа,

Йән-йәрәхәт, көпә-көндөҙ ир-ат аҙһа.

Ажар дошман үҙ башына үҙе етер,

Әгәр һиңә хаслап тороп бер баҙ ҡаҙһа.

 

Фани донъя - ҡыйыш юл ул борғоланған,

Ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын - юлсы барған.

Юл ауыр, тип, мин - бахыр, тип, туҡтап ҡалма,

Өмөтөңдө өҙә күрмә истиҡбалдан!

 

Ат атлыҡмаҫ арпаның һаламына,

Булма юлдаш дуҫтарҙың яманына.

Юлдаш булһаң дуҫ күренгән монафикҡа,

Ташлап китер дошмандың табанына.



Аңлатмалар

  • «Өмөт». Ф. Фәизовтың «Ағиҙел» журналының 1967 йыл 2-се һанында баҫылған «Бер әбей әйткән юлдар» исемле мәҡәләһенән алынды. Исеме йөкмәткеһенә ҡарап бирелде.

Иҫкәрмәләр